Антинганский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Әсә!Әсәй!Әсәйем!Ниндәй бөйөк исем!

/ Просмотров: 1774

Әсә!Әсәй!Әсәйем!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә гәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяга килгән сәгәтенән уҡәсәһенең йомшак кулдарын һиҙеп,яғымлы карашын тойоп йәшәй.Әсәөсөн бала ер йөзөндә бер нәмә менән дәтиңләй алмаҫлык йөрәк парәсе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,гәзиз әсәйҙәребез өсөн беҙһәр вакыт бала булып ҡалабыз. 
Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенәҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙһандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. 
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ,,Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы - йәшәйештең асылы"тигән байрам сараһы үткәрелде.Иң тәүҙә әсәйҙәрҙе байрам менән культорганизатор Л.Ултракова, ағинәй Ф.Арсланова,ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Искужина, ауыл старостаһы Ғ. Ултраҡов ҡотланы. Артабан байрам концерты дауам итте, 7 класс уҡыусылары тарафынан монтаж әҙерләнгән ине, матур шиғырҙар һөйләп әсәйҙәрҙе ҡыуандырҙылар, Илгинә Ғиләжева, Алтынай Моталова, Азалия Моталова, Камилла Кадаева, Диана Таһирова, Лилиана Аминева, Гәлсәр Бикбова, Уралия Бикбова, Иршат Ғилажевтарҙың моңло дәртле йырҙарын тыңланылар,алҡыштарға күмделәр.Йәйғор һәм Ынйыҡай бейеү ансамбле ҡыҙҙары бик матур итеп бейенеләр. Шулай уҡ Һаҡмар театры тарафынан С.Латыповтын Әсә күңеле балала исемле спектакльнан өҙөк күрһәтелде.