Антинганский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тормошобоҙға ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, татыулыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ йәшәүҙең төп тотҡаһы булып ҡала килә.Эйе ауылыбыҙ йәштәре тырышлығы, берҙәмлеге арҡаһында 23.12.18, балаларға Яңы йыл бүләге булып ППМи программасы буйынса хоккей майҙансығыбыҙ а

/ Просмотров: 453

Тормошобоҙға ниндәй генә яңылыҡ индерелмәһен, татыулыҡ, берҙәмлек, тырышлыҡ йәшәүҙең төп тотҡаһы булып ҡала килә.Эйе ауылыбыҙ йәштәре тырышлығы, берҙәмлеге арҡаһында 23.12.18, балаларға Яңы йыл бүләге булып  ППМи программасы буйынса хоккей майҙансығыбыҙ асылды. Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға алыҫ тип тормай күрше Йылайыр районы Исҡужа ауылы командаһы ,Татыр –үҙәк ауылы командаһы, Әбеш урта мәктәбе командаһы килделәр. Хоккей майҙансығын асып Атингән ауылы хакимиәте башлығы М.Ф.Сурина ҡотланы һәм һыу ҡойоуҙа ҡатнашҡан егеттәрҙе бүләкләп үтте. Шунан һуң башланды сәмле ,көсөргәнешле уйын командалар араһында. . Командалар бер-береһен һынап торманы, шунда уҡ ҡаршы яҡ ҡапҡаға голдар сәпәй башланы. Көйәрмәндәр шатлыҡлы мәлдәрҙе күп кисерҙе. Һөҙөмтәлә ҡунаҡтар Исҡужа ауылы командаһы - бөтә командаларҙы ла еңеп, төп приз - күсеп килеүсе кубокты яуланы. Майҙан хужалары Йәнтештәр команда көсөргәнешле ярышта икенсе урынды яулаһа, беҙҙең күршеләр – Татыр –үҙәктәр өсөнсө баҫҡыста булды. Ҡунаҡтар мәҙәниәт йортонда тәмле ,эҫе сәйҙәр эстеләр Турнир юғары кимәлдә үтте. Ә яңы хоккей ҡумтаһы өсөн балаларҙың шатлығы сикһеҙ булды. Тимәк, ҡыш көндәре Йәнтештә күңелле буласаҡ...