Антинганский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Чистый берег

/ Просмотров: 802

Һыуҙың ҡәҙере йылға ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ әйтеме. Ер ҡуйынын сылтырап аҡҡан шишмә – күлдәр, йылғалар кемгә генә ҡәҙерле түгел икән? Беҙҙең, һәр беребеҙҙең бала саҡтары шунан башлана бит. Малайҙарҙың тәрән йылғаларҙа ат йөҙҙөрөүе, еңгәйҙәребеҙҙең кер сайҡауы, бала - сағаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ҡолас ташлап бер йылға ярынан, икенсеһенә йөҙөп сығыуы, ағайҙарҙың балыҡ ҡармаҡлауы үткән заманда ғына ҡалып бара түгелме? Йылғалар тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Һәр йыл һайын экологик өмәләрҙә ҡатнашһаҡ та йылғаларыбыҙға иғтибарҙы кәметеп ебәрҙек.Әйҙәгеҙ, булған шишмәләребеҙҙе һаҡлайыҡ, юғала барғанын тергеҙәйек! Борондан ҡоҙоҡ ҡаҙыуҙы, шишмәләрҙе һаҡлап, матурлап тороуҙы беҙҙең халыҡ мәсет төҙөшөүгә бәрәбәр тип һанаған. Һыу - һаулыҡ сығанағы, беҙ бит 80 процентҡа һыуҙан торабыҙ. Тәнебеҙ шул һыу менән эшләй, йәшәй бит!
24 май көнө Йәнтеш ауылы халҡыла Республиканың 100 йыллығына ,,100 шишмә"акцияһына ҡушулып ,,Санасыҡҡан"шишмәһенә өмәгә сыҡты.Шишмә тирәһен ҡыйҙан таҙартыҡ,кәртәләп ҡуйҙыҡ.Юныс Иштановҡа ҙур рәхмәттебеҙҙе еткерәбеҙ,матур итеп кәртәләп ҡуйҙы уҡыусылар менән.Ауыл халҡына ҙур рәхмәт дәррәү генә өмөгә сыҡҡандарына