Антинганский сельсовет муниципального района
Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Агас ултыптыу парк

/ Просмотров: 933

Донъяға тыуған һәр кеше ерҙә үҙ эҙен ҡалдыра. Ҡайһы бер эҙҙәр тиҙ генә юйылып бөтә, ә ҡайһылары мәңгегә ярылып ҡала. Үҙҙәре хаҡында мәңгелек хәтер ҡалдырған кешеләр, моғайын, күптер , сөнки был исемлеккә инер өсөн, һәләтле, рухлы, һәр яҡтан да көслө кеше булырға кәрәк. Хәтер - мәңгелек. Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ яҙмышында күп яҡлы яҡтыртылған тарих. Ул яуҙа ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары, шул осор балалары үҙҙәре кисергән-күргәндәр хаҡында һөйләй, яҙа, кинотаҫмаларға төшөрә, ҡылҡәләм менән һүрәтләй, ҡыҫҡаһы, кешелек тарихына теркәүен дауам итә. Бөйөк Еңеү хаҡына ҡанын түккән, ғүмерен һалған батырҙар, көндө төнгә ялғап хеҙмәт фронтында тир түккән тыл хеҙмәтсәндәре, уйнап-көлөп йөрөр саҡтарында уҡ иңдәрен ил хәстәре баҫҡан һуғыш дәүере балалары тураһында хәтирәләр генә ҡалды. Ошо хәтирәләрҙе мәңгеләштереп 30-сы октябрь көнө Йәнтеш мәҙәниәт йорто тарфынан ойошторолоп,ауыл активистары, уҡыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Искужина З.Д,,ветерандар советы рәйесе Кужахметова Х А,ауыл старостаһы Ультраков Ғ Ғ, мәҙәниәт йорто директоры Ултракова Л Ф, ,,Еңеү паркында" емеш ағастары ултырттылар. Унда һәр кем үҙенең ата-әсәһенә, олаталарына, ауылдаштарына, яҡындарына, таныштарынына арнаны.Шулай уҡ паркка эскәмйә лә эшләп ҡуйҙылар. Хөрмәтле ауылдаштар теләгән һәр кем үҙегеҙден атай-ҡартатайҙарығыҙға арнап ағас ултырта алаһығыҙ Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!

Хужалары илдең үҙебеҙ,

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!!